Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 17:30

Помидор, борос үрсетмәһе өсөн ашлама

Үрсетмәләрҙе ашлама менән туҡландырһаң ғына нығынып үҫеп китә.

Помидор, борос үрсетмәһе өсөн ашламаПомидор, борос үрсетмәһе өсөн ашлама
Помидор, борос үрсетмәһе өсөн ашлама

 

Өйҙә үҫтергән ваҡытта уларға бер биҙрә һыуға 2 стакан көл, 1 төймә янтарь кислотаһы, 2 аш ҡалағы шәкәр , 10 грамм ҡоро әсеткене бутап, ашлама яһап, дымлыраҡ тупраҡтарына һибергә. Был ашламаны ун көн һайын өс тапҡыр эшләргә кәрәк. Былай туҡландырыу  үрсентеләрҙең тамырҙары, һабаҡтары өсөн бик файҙалы. Улар көслө булып үҫеп китә, сирҙәргә бирешмәй.

Шулай уҡ һуған, банан, йомортҡа ҡабыҡтарынан да төннәтмә эшләп туҡландырырға була.

Нашатыр спирты ла файҙалы. Сөнки уның составында азот күп.10 литр һыуға бер балғалаҡ спирт һалып, иретмәне  үрсетмәнең тамырҙарына ҡоялар.

 

 

Фото: sezon-dacha.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас