+15 °С
Дождь


74 йәшлек Нурия инәй Сөләймәнова байрамға үҙ ҡулдары менән эшләгән 32 мендәр алып килгән ине. Сигелгән, ҡораманан тегелгән, ырғаҡ менән бәйләнгән - был мендәрҙәрҙең тышы ысын сәнғәт өлгөһө! Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Рәсәйҙең сауҙа отличнигы, ғүмере буйы һатыусы булып эшләгән ағинәй бөгөнгө көндә лә шундай байрамдарҙа ихлас ҡатнаша.