Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 04:22

Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә

Өфөлә элекке ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә өлкән класс уҡыусылары араһында волейбол буйынса турнир ойошторола. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр уҙа. Әле район этаптары бара.

Өлфәт Мостафин иҫтәлегенәӨлфәт Мостафин иҫтәлегенә
Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә

Иң көслө командалар финалда - 3 - 6 апрелдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк ҙур ярышта - сығыш яһаясаҡ. Бер нисә районда финалсылар билдәле. Киров районынан 16-сы гимназияның егеттәр командаһы менән 5-се лицейҙың ҡыҙҙары, Совет районынан 96-сы лицей ҡыҙҙары һәм 108-се мәктәптең егеттәре йыйылма командалары йомғаҡлау турнирына әҙер. Калинин районында 74-се мәктәп ҡыҙҙары менән 60-сы мәктәп егеттәре финалға сыҡты.

Йыл һайын турнирҙа 1500 волейбол яратыусы балалар ҡатнаша.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә
Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас