Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 10:00

Ләйсәндән – стресҡа ҡаршы рецепт

Билдәле гимнастка, телетапшырыуҙар алып барыусы яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева бик яҡшы кәңәш бирә.

Ләйсәндән – стресҡа ҡаршы рецептЛәйсәндән – стресҡа ҡаршы рецепт
Ләйсәндән – стресҡа ҡаршы рецепт

Ул телеграм-каналда яҙыуынса, төрлө хуш еҫ стрестан арындыра, һаҡлай.

“Иран ғалимдары асыҡлаған: стресҡа ҡаршы рауза еҫе бик һөҙөмтәле. Шулай уҡ ваниль, бергамот, иланг-иланг, лаванда, мелиссаның хуш еҫе лә яҡшы”, – тип яҙған Ләйсән.

Һәм шуны ла өҫтәгән: “Күптәр еҫте баһалап етмәй. Ә бит ул хәтергә бәйле бик көслө нәмә. Шуға ла әгәр кәйефегеҙ насар булһа йәки борсолһағыҙ, һеҙгә ниндәйҙер яҡшы ваҡиғаларҙы хәтерләткән еҫтәр ярҙам итеүе мөмкин”.

Бына шулай. Янығыҙҙа тик хуш еҫ булһын)))

Ләйсәндән – стресҡа ҡаршы рецепт
Ләйсәндән – стресҡа ҡаршы рецепт
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас