

Мөхәммәт бәйғәмбәр : «Бер- берегеҙҙән көнләшә - көнләшә тик изге эштәрҙә ярышығыҙ!», – тигән.
Эйе, ҡайһы берәүҙәр көнләшеү һәм хөсөтлөк сифаттарын аҡылы менән арҡанлап ҡуя ла, файҙаға тота. Кемдер иһә башҡаларға зыян һалыу өсөн ҡуллана. Был – иң ҡурҡыныс сир һәм диндә ҙур гонаһтарҙан һанала.
Беребеҙ ҙур йорт һалып ингән, икенсебеҙ ҡиммәтле машина алып ебәргән, татыу ғына итеп ире менән йәшәп ята. Көнләшәбеҙ, күңелдә күрә алмау тойғолары уяна. Сөнки быларҙың береһе лә беҙҙә юҡ. Һеҙҙең уңыштарығыҙға,бәхетле тормошоғоҙға зарар килтереүселәр, һоҡланыусылар, көнләшеп ғәйбәт һөйләүселәр бар икән, доғала булығыҙ. «Йә, Раббым, мине насар күҙҙәрҙән, кешенең көнсөллөк зарарынан ҡотҡар», – тип Хоҙайға ялбарығыҙ. Гонаһ ҡылғанығыҙ икән, унан кисереүен һорағыҙ, тәүбә итегеҙ. Һеҙҙең хаҡта нахаҡ, ғәйбәт һөйләүселәр бар икән,ауыр булһа ла, уларҙы ла күңелегеҙ менән кисерергә өйрәнегеҙ. Барыһы ла Хоҙай ҡулында. Яуызлыҡҡа әжерен Раббыбыҙ уларға үҙе бирер.
Мохтаждарға саҙаҡа бир, үҙеңдән дә ауыр хәлдә булғандарға ярҙам ит. Һиңә ҡыйынлыҡтар килгәндә Аллаһы Тәғәлә лә һиңә рәхим- шәфҡәтен ебәрер.
Беҙ яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән көрәшергә күнеккәнбеҙ. Яман уйлы кешене изгелек кенә үҙгәртер.
Зыян да , ярҙам да Хоҙай тәҡдире менән килә. Ауырлыҡтарҙы Раббыбыҙ беҙҙе үҙенә яҡынайтыу, көс- ҡөҙрәтен аңлатыу өсөн бирә.