Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 04:05

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәрҙә һауа температураһы 11 градусҡаса күтәреләсәк, тип фаразлай.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа, иртән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, төньяҡ буйынса көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, 4 градус тәшкил итәсәк.

 

Кесаҙна, 16 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -3,-8, урыны менән -13 градус. Көндөҙ термометр бағанаһы 1, 6, таулы райондарҙа 11 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас