Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 08:31

"Фермер мәктәбе" етенсе тапҡыр уҡыусылар йыя

Башҡортостанда «Фермер мәктәбе» мәғариф проектының   һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай.   Быйыл ул етенсе тапҡыр ойошторола.   

"Фермер мәктәбе" етенсе тапҡыр уҡыусылар йыя"Фермер мәктәбе" етенсе тапҡыр уҡыусылар йыя
"Фермер мәктәбе" етенсе тапҡыр уҡыусылар йыя

 

– Республикала «Фермер мәктәбе»нең алдағы   курстарында 175 тыңлаусы үҙенең белемен киңәйтте.    Улар барыһы ла ауыл хужалығының төрлө специальностары буйынса бизнес-проекттарын уңышлы яҡлап, диплом алдылар, ә иң яҡшылары – эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн грант, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов. –  Апрель аҙағында  төбәктә киң популярлыҡ алған ресторан бизнесы өсөн ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса уҡытыу ойоштороласағ. Шулай уҡ беҙҙең фермерҙарҙы «Агротуризм»  йүнәлеше  буйынса ла уҡытасаҡтар.   

   Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, төбәктең  мөмкинлектәре ҙур.  Башҡорт фермерҙары ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡтан башлап балыҡ үрсетеүгә тиклем аграр бизнестың  төрлө йүнәлештәрен үҫтерә. Был өҫтөнлөктәр менән файҙаланып ҡалырға кәрәк.   

 «Фермер мәктәбе»ндә уҡытыу  Башҡорт дәүләт аграр университет базаһында  ойошторола һәм ике ай дауам итә.  Уны тамамлаусылар   ауыл хужалығы йүнәлешендә дәүләт өлгөһөндәге документ аласаҡ.   

 Проектта ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 23 мартынан 2023 йылдың 20 апреленә тиклем алда әйтеп үтелгән ике йүнәлеш буйынса видеороликтарҙы һәм эсселарҙы konkyrsmcx@mail.ru.электрон адресына ебәрергә кәрәк. Конкурста ҡатнашыу шарты менән ентекләберәк БР ауыл хужалығы министрлығы, БДАУ сайтында  танышырға мөмкин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас