

Авария көндөҙгө сәғәт ун беренселә Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 108-се саҡрымында булған.
Әлегә билдәле булыуынса, юлда "ВАЗ-2115" менән "Форд Маверик" машиналары бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "ВАЗ"дың пассажиры, ҡатын кеше, ауыр йәрәхәттәрҙән урында йән биргән, водитель дауаханаға оҙатылған. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше йәрәхәт алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 33 иҫерек водителде тотҡан (дүрт кеше икенсегә тотола).
Фото: БР ЮХХДИ.