

Ейәнсура районы прокуратураһы миһырбанһыҙ ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың мартынан июнь айына тиклем 2010 һәм 2014 йылғы ике баланың әсәһе иҫерек килеш 12 йәшлек улын борсаҡ өҫтөнә тубыҡланып торорға мәжбүр иткән, тимер сыбыҡ менән туҡмаған. Ҡатын балаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнмәгән, ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн әллә күпме тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, спиртлы эсемлектәр эскән.
"Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Хәҙер балалар социаль учреждениеға урынлаштырылған. Енәйәт эше ҡарау өсөн Күгәрсен район-ара судына ебәрелгән", - тип хәбәр итә республика күҙәтеү ведомствоһы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.