Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2023, 07:40

Атай булмауын иҫбатлаған

Кушнаренко районында йәшәүсе суд аша элекке ҡатынының 4 йәшлек балаһына атай булмауын иҫбатлаған. Был хаҡта инстанцияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

 

Эш материалдарына ярашлы, ир судтан элекке ҡатынының балаһына алимент түләтеүҙе туҡтатыуҙы, шулай уҡ баланың атаһы булыуы хаҡындағы яҙманы ғәмәлдән сығарыуҙы талап иткән.

 

Суд ирҙең ғаризаһын тикшереү өсөн молекуляр-генетик экспертиза тәғәйенләгән. Ул ир һәм бала араһында бер ниндәй ҙә туғанлыҡ булмауын күрһәткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас