

Былтыр ЦПЭ аша 118 кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡ компанияһы 125 миллион долларға экспорт контракты төҙөгән. 2021 йыл менән сағыштырғанда был сумма 20 процентҡа артҡан.
Республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге үҙ эшендә төбәктең кесе һәм уртаса бизнесын сит ил баҙарына сығыуға ярҙам итеүҙе маҡсат иткән. Быға бизнес-миссияларында һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыу, донъяның электрон сауҙа майҙансыҡтарында продукция урынлаштырыу, экспорт эше нигеҙҙәренә өйрәтеү кеүек алымдар ҡулланыла. Былтыр бының менән 1000-гә яҡтын МСП субъекты был ярҙам менән ҡулланған.