Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 10:17

Ағас әҙерләү буйынса өҫтөнлөккә эйә булдылар

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарына ярашлы, республикала граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн ағас һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бәйле.

Ағас әҙерләү буйынса өҫтөнлөккә эйә булдыларАғас әҙерләү буйынса өҫтөнлөккә эйә булдылар
Ағас әҙерләү буйынса өҫтөнлөккә эйә булдылар

Документтың яңы редакцияһында яҙылыуынса, ағас әҙерләүгә өҫтөнлөклө хоҡуғы булған граждандар категорияһына төҙөлөш йәки хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкаһы булған, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән яҡташыбыҙҙың ғаилә ағзалары: хәләл ефеттәре, ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусылар индерелгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас