

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында» кодексҡа һәм РФ Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индерҙе.
РФ Енәйәт кодексының 207.3-сө статьяһының 1-се бүлеге һәм 280.3-сө статьяһының 1-се бүлеге буйынса яза 3-тән 5 йылға тиклем арттырыла. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 280.3-сө статьяһының 2-се бүлеге (хәүефле эҙемтәләргә килтергән ҡабаттан дискредитациялау) буйынса яза биреү – 5-тән 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Иң ҙур иректән мәхрүм итеү ваҡыты – 15 йылға тиклем, ә штраф – 5 миллион һумға тиклем.
Бынан тыш, хәрби бурыс үтәгән ирекмән батальондарына йәки айырым кешеләргә ҡаршы йүнәлтелгән фейктар өсөн штраф хәҙер физик шәхестәргә – 50 мең, юридик берәмектәргә ярты миллион һумға тиклем тәшкил итә. Йыл дауамында ҡабаттан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған осраҡта енәйәти яза ҡаралған.
Фото: culture.ru