Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 11:30

Теге донъянан да кредит алып була

Был хәл Күмертау ҡалаһында була. Банк хеҙмәткәрҙәре шокта.

Теге донъянан да кредит алып булаТеге донъянан да кредит алып була
Теге донъянан да кредит алып була

Күмертау ҡалаһында бер ир үҙенең үлгән атаһына кредит юллаған. Енәйәтсе мәрхүмдең банк ҡушымтаһындағы шәхси кабинетын файҙаланып, 101 159,85 һум займ алған. Банк вәкилдәре ошо сумманы, шулай уҡ дәүләт пошлинаһын түләү буйынса сығымдарҙы ҡаплау талабы менән Күмертау район-ара судына мөрәжәғәт иткән.

Һөҙөмтәлә суд дәғүәсенең талаптарын ҡәнәғәтләндергән.

- Закон, башҡа хоҡуҡи акттар йәки килешеү менән билдәләнгән законһыҙ мөлкәтте икенсе кеше иҫәбенә һатып алған йәки һаҡлап ҡалған кеше һуңғыһына законһыҙһатып алынған йәки һаҡланған мөлкәтте кире ҡайтарырға тейеш, - тип белдерҙе суд вәкилдәре.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас