Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 15:30

Тапҡандар бит үҙ баштарына бәлә

Дүрт дуҫ егет телефон аферистарына ярҙам итеп, ҡом түләүле булып ҡалған.

Тапҡандар бит үҙ баштарына бәләТапҡандар бит үҙ баштарына бәлә
Тапҡандар бит үҙ баштарына бәлә

Тәүҙә егеттәрҙең береһе мессенджерҙа "Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына ғәйепле" схемаһы буйынса оло кешеләрҙән аҡса алыуға бәйле эш тураһындағы иғланды күреп ҡала ла, тәҡдим менән ҡыҙыҡһына. Уның был эш менән шөғөлләнеп, кеҫәһенә аҡса тамыуын күргән дуҫтары ла ҡыҙығып китә һәм буш ваҡыттарын енәйәти эшкә бағышлай. 72 йәштән алып 89 йәшкә тиклемге 11 пенсионерҙы алдап талауҙа ҡатнаша был дүртәү. Алдаҡ юлы менән алынған аҡсаларҙың бер өлөшөн муттар күрһәткән иҫәпкә күсерәләр, ҡалғанын үҙҙәренә алып ҡалалар. Әбей менән бабайҙарға килтергән зыяндың дөйөм күләме яҡынса биш миллион һум. Был аҡсаларҙы түләү курьерҙар иңенә төшәсәк.

Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо 17-19 йәшлек дүрт курьерҙы тотҡан. Өс ғәйепләнеүсе ситкә китмәү тураһында документҡа ҡул ҡуйған, береһе - өй һағы аҫтында. 

Енәйәт эштәре буйынса тикшереү дауам итә.

Балаларығыҙ бындай алама эштәрҙән алыҫ йөрөһөн. Тыйып ҡуйығыҙ!

Фото: https://mvdmedia.ru/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас