Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 05:00

“Табиптың телефонда соҡоноуы һәм ҡырыҫ һөйләшеүе йәнемде көйҙөрҙө”

Сибайҙа бер әсәнең балалар табибын туҡмауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Был хәлгә әсә кеше асыҡлыҡ индерҙе.

“Табиптың телефонда соҡоноуы һәм ҡырыҫ һөйләшеүе йәнемде көйҙөрҙө”“Табиптың телефонда соҡоноуы һәм ҡырыҫ һөйләшеүе йәнемде көйҙөрҙө”
“Табиптың телефонда соҡоноуы һәм ҡырыҫ һөйләшеүе йәнемде көйҙөрҙө”

Билдәле булыуынса, ваҡиға 8 мартта киске сәғәт 10-сы яртыла була. Сибай ҡала дауаханаһына 12 йәшлек малайының баш ауыртыуы бөтмәүенә зарланып, Инна исемле ҡатын мөрәжәғәт итә. Уны шунда уҡ педиатр дежур иткән ковид бүлексәһенә оҙаталар.

  • Мин барып ингәндә табип телефонында яҙыша ине. Улымдың башы ауыртыуҙан тамырҙары шартлап, күҙе ҡыҙарып бөттө. Педиатрҙан тиҙерәк ҡабул итеүен һораным, әммә ул миңә ҡырыҫ ҡына итеп хәле ауыр пациенты барлығын әйтте һәм яҙышыуын дауам итте. Шулай уҡ беҙҙе әле ҡабул итә алмауын да белдерҙе. Быға ныҡ йәнем көйҙө. Уны фотоға төшөрөп ялыу яҙасағымды белдерҙем һәм сығып машинаға ултыра башланым. Табип иһә хәле ауыр пациенты булыуын онотто шикелле, артымдан йүгереп сығып, автомобилемдең дәүләт номерын фотоға төшөрә башланы. Шуға ла табиптың телефонын тартып алып, ҡарға ырғыттым. Йортҡа ҡайтышлай улыма “Тиҙ ярҙам” саҡырттым. Сөнки улымдың танауы ла ҡанай башланы, – ти ҡатын.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптар ҡатынға өҫкө кейемен сисергә һәм ҡабул итеүҙе көтөргә тәҡдим иткән, сөнки был ваҡытта икенсе пациентты ҡабул итеү барған. Ҡатын иһә үҙен агрессив тота башлаған. Табиптың муйынынан тотоп алған, ә һуңынан уны этеп ебәргән. Бынан һуң ҡатын урамға сығып, машинаға ултырған. Дауахана хеҙмәткәрҙәре телефон камераһына автомобилдең номерын төшөрөү өсөн артынан сыҡҡан.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас