

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 9 мартта “һөнәр сертификаты” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Тәүге сертификат кисә Төньяҡ район-ара мәшғүллек үҙәгендә СВО-ла булып ҡайтҡан Борис Кашинға бирелде. Белгестәр яугирға һөнәр үҙләштереү буйынса ярҙам итте. Борис Львович кран-манипуляр машинисы булырға ҡарар итте.
Быйыл белем алыу сертификаттарын 700-ләп кеше аласаҡ. Уларҙың 200-ө СВО-ла ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән. Яугирҙарға документ номиналы – 50 мең, башҡаларға (эшһеҙҙәр, декреттағы әсәләр, ҡыҫҡартылғандар) 20 мең һум тирәһе.
Фото: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан (bashkortostan.ru)