Күңелдәргә аҡ юл ярыусы
Ҡатын-ҡыҙ етәксе ир-егеттәрҙән һис кенә лә ҡалышмай. Бер юлы бер нисә вазифаны уңышлы үтәй. Ул – лидер, активист, әсәй, өләсәй. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева тап шундай өлгөр һәм өлгөлө кешеләрҙең береһе. Ул бөгөн “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы дүрт радио өсөн яуаплы. Был радиостанцияларҙың барыһы ла уңышлы эшләй, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә танылыу тапҡан. “Юлдаш” өс тапҡыр Волга буйы федераль округындағы иң яҡшы радиостанция тип табылды. “Спутник ФМ” Рәсәйҙең “Радиомания” премияһы лауреаты, “Ашҡаҙар” һәм “Юлдаш Плюс” йәштәр интернет радиолары ла тыңлаусылар араһында абруй яулаған. Радио йыр-моң ғына еткермәй, халыҡҡа тикшерелгән, дөрөҫ мәғлүмәт бирә, власть менән йәмғиәт араһындағы күпер булып тора. Яңылыҡтарҙы оператив биреүе менән дә отошло.
Тәнзилә Үлмәҫбаева – һөҙөмтәле эшләүсе идарасы. Уны күп журналистар, минең остазым, ти. Егет һәм ҡыҙҙарға һөнәри оҫталыҡҡа ирешергә ярҙам итеүҙән тыш, тормош һабаҡтары ла биргән кеше ул. Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та матур ғәмәлдәре байтаҡ. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләй. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваның күркәм юбилейы уңайынан уның һабаҡташтары, коллегалары, уҡыусылары һәм тыңлаусылар менән аралаштыҡ.
“Беҙҙең “бишле”-леләрҙә уның өлөшө ҙур”
Тәнзилә ЯУГИЛДИНА, Күгәрсен районының Әлмәс ауылы:
- Тәнзилә минән бер айға ғына ҙурыраҡ. Беренсе класҡа бергә барҙыҡ. Дүртенсе кластан алып район үҙәге Мораҡта уҡыныҡ. Унда интернатта йәшәнек. Аҙашым гел алдынғы булды. Бөтә фәндән дә гел “бишле”гә өлгәште. Айырыуса математиканы яратты. Ул инша яҙырға оҫта була торғайны. Текстары башҡортса ла, русса ла матур сыға. Уҡытыусылар беҙгә өлгө итеп ҡысҡырып уҡый. Атаһы Абдулла ағай ауылда матбуғатты иң күп алдырған кеше булды. Өйҙәренә башҡортса баҫмалар, “Роман-газета”, “Известия” килә ине. Тәнзиләнең тел байлығы шуға ла бәйле булғандыр. Ул беҙгә лә һәр саҡ дәрес әҙерләште. Бәләкәйҙән ҡыйыу, сая, етеҙ булды. Маҡсатына ирешеү өсөн юл ярып бара торғайны. Бала сағыбыҙҙан бер ҡыҙыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашайым әле. Атайым миңә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн күрше ауылға барырға барырға сыҡҡан. Абдулла ағайҙы осратҡан. Йомошон аңлатҡас, Абдулла ағай: “Минең ҡыҙыма ла документ алып ҡайт әле. Сабыйыңа ниндәй исем һайлаһаң, минекенә лә шуны уҡ бир,” – тип әйтә икән. Атайым барған. Икебеҙгә лә Тәнзилә тип яҙҙырып, документ алып ҡайтҡан. Тәнзилә менән бөгөн дә аралашып, осрашып торабыҙ. Тырышлығы һәм һәләте менән уңышҡа ирешкән һабаҡташыбыҙға һоҡланабыҙ.
Фәрит КИЛЕНБАЕВ, Күгәрсен районының Әлмәс ауылы, физкультура уҡытыусыһы:
“Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр”
Нәжибә НӘҒИМОВА, Туймазы районының Ҡандра ауылы, уҡытыусы:
Бөгөн икебеҙ ҙә өләсәйебеҙ, балдан да татлыраҡ балаларыбыҙ тураһында һөйләшәбеҙ, гүзәл йәшлек хәтирәләрен иҫкә алабыҙ. Хыялый, әммә хыялдарҙы ысынбарлыҡ итеү өсөн тырыш, түҙемле һәм көслө булғанбыҙ бит...
“Мәскәү урамдары буйлап атлайбыҙ”
Гөлсәриә ӘБИЛЕВА, журналист, Башҡортостан радиоһы ветераны:
– Яҙмыш мине – Тәнзилә менән гел генә бергә йөрөттө. Өфөлә бер уҡыу йортонда уҡыу, унан Мәскәүгә журналистика факультетына күсерелеү, хатта аҙаҡ хеҙмәт юлының да радио эшенә бәйле булыуы, үҙ-ара бәйләнеште өҙмәй аралашып тороуға сәбәп булды. Өфөлә Тәнзилә минән бер курсҡа түбән уҡыны. Ул Мәскәүгә 1985 йылда килде. Бына шунда башланды ла инде бер-беребеҙҙе яҡындан белеү. Сөнки тыуған ерҙән алыҫта ете ят милләттәшең дә туғаныңа әйләнә. Үҙемсә ҙур апай ролен алдым инде, ни тиһәң дә, илдең баш ҡалаһында бер аҙ уҡылған, сынығылған. Тәнзиләнең аҙ һүҙле булыуы, юҡ-барға сәбәләнмәүе, артыҡ эмоцияларға бирелеп бармауы, күңелгә яҡын һеңле итте. Тәүге мәлдәрҙә яныма килә лә: “Мин Өфөнө һағындым, ныҡ итеп ҡосаҡла әле,” – ти. Бар эште ташлап торабыҙ, ҡосаҡлашып, үҙебеҙсә тыуған яҡ һағышын баҫабыҙ. Тәнзилә ситтән нескә күңелле күренһә лә, үҙ һүҙендә ныҡ булды. Шулай бер саҡ ул сессия алдынан зачет алмай ҡайтты. Аптырарлыҡ хәл, сөнки уҡыуҙа көслө икәнен беләбеҙ. Баҡһаң, шул предмет буйынса бер мәсьәләлә уҡытыусы менән бәхәскә ингән. Ризалаш та ҡуй, тибеҙ. Был ныҡ тора. Тәнзилә үҙенең хаҡлығын барыбер раҫланы. Уҡытыусы уға зачет ҡуйҙы.
Мәскәү беҙҙең һәр беребеҙ өсөн үҙенә күрә һынау булды. Беҙ берләштек. Күмәкләшеп ултырып һөтлө сәй эсһәк тә, күңел булғансы һөйләшеп алһаҡ та, кәңәшләшһәк тә, хыялланһаҡ та – бергә күңеллерәк, рәхәтерәк, ышаныслыраҡ һәм тынысыраҡ. Бергә, берҙәм булғанға артыҡ бошоноп та йөрөмәгәнбеҙҙер инде. Беҙгә ҡарап, тотош союздан йыйылған төрлө милләт егет-ҡыҙҙары, сит илдән килгән студенттар: “Ҡояшлы Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарҙы тап шулай көләс, алсаҡ, ихлас итеп күҙ алдына килтерәбеҙ,” – ти торғайны. Шуға күрә яуаплылыҡты ла белдек.
Башҡортостан радиоһында Тәнзилә менән бергә эшләгән 1995–2011 йылдар ҙур үҙгәрештәр мәленә тура килде. Яңы алымдар ҡулланыу, яңы тапшырыуҙар асыу... Туҡһанынсы йылдар аҙағы булғандыр. 1 сентябрь алдынан яңы уҡыу йылына әҙерлек тураһында “Сибай - Өфө” радиокүпере булдырып, тура эфирға сыҡтыҡ. Студияла ҡалабыҙҙың мәғариф бүлеге етәксеһе менән ултырабыҙ. Телефондың икенсе осонда тапшырыуҙы алып барыусы Тәнзилә Үлмәҫбаева һорауҙар яуҙыра. Бер ваҡыт ул миңә төбәп: “Гөлсәриә, бына һин күптән эш хаҡы алмағанһың, балаларыңды мәктәпкә нисек әҙерләнең?” – тип һорай. Ҡапыл юғалып ҡалдым. Тыңлаусыларҙың да күбеһе тап минең хәлдә бит. “Мин ҡыҙҙар тәрбиәләйем, ҙурыныҡын бәләкәсе кейә,” – тип яуаплайым. Тәнзилә: “Һиңә рәхәтерәк,” – тип көлөп ебәрҙе. Уныҡылар малай һәм ҡыҙ, минеке кеүек уңайлы ысул бармай.
Тәнзилә Үлмәҫбаева кеүек уңған замандашым юлдаш булыуына бәхетле мин. Уның уңыштары – танышлыҡтан түгел, тырышлыҡтан. Яуланған үрҙәре өсөн күпме көс һалғанын ул үҙе генә белә. Яулағандары бәрәкәт булып, үҙенә оҙаҡ хеҙмәт итһен.
Әбелфәт ҒАСЫМОВ, Әзербайжан Хәрби тарих музейы экспозиция етәксеһе, Баҡы ҡалаһы:
– Студент йылдары йәшлектең иң матур, иң саф мәле. Беҙ 1985 йылда Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға индек. Элекке союздаш республикаларҙың милли кадрҙары булырға тейешбеҙ! Һәр кем СССР-ҙағы беренсе уҡыу йортонда белем алыуын яҡшы аңлай һәм бының менән ғорурлана ине. Курсташтарым араһында татар, сыуаш, осетин, ҡалмыҡ һәм башҡа милләт йәштәре күп булды. Улар араһында ике башҡорт ҡыҙы – Өфөгән Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева) башҡаларҙан ныҡ айырылып тора ине. Тәнзилә һәм Рәшиҙә бер туғандар кеүек. Улар дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәне. Тәнзилә һәр семинарға етди әҙерләнеп килә. Һәр саҡ яҡшы билдәләр ала.
Башҡорт һәм әзербайжан телдәре үтә лә яҡын. Мин башҡорт һүҙҙәрен өйрәнергә тырышам. Мәҫәлән, минең туған телемдә “ямғыр яуа” тигән һүҙ “яғыш яуа” була. Тәнзилә мине башҡортса өйрәтә: “Ямғыр яуа, ямғыр яумай,” – ти. Хәҙер ямғыр яуа башлаһа, йылмайып, курсташым Тәнзилә Үлмәҫбаеваны хәтергә төшөрәм.
Беҙ университетты 1988 йылда тамамланыҡ. Бер нисә йылдан һабаҡташтар менән Мәскәүҙә осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Әммә был хыялда ғына ҡалды. СССР тарҡалды. Беҙ күрешә алманыҡ.
Интернет дәүерендә йәшәйбеҙ. Алыҫ араларҙы глобаль киңлек ярҙамында яҡынайтабыҙ. Тәнзиләнең уңыштары хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, һәләтле радиожурналист, оҫта етәксе. Мин уның тормоштағы еңеүҙәре өсөн бик шатмын. Быйыл университетты тамамлауға 35 йыл була. Күрешеү өмөтө менән йәшәйем. Тәнзилә Абдулла ҡыҙына ҡояшлы Баҡынан бер ҡосаҡ сәләм ебәрәм. Уңыштар теләйем!
Радио – сикһеҙ офоҡтар
Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН, журналист, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы комментаторы:
–Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән Башҡортостан радиоһында оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Республикалағы мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы яҡтырттыҡ. Яңы форматтағы тапшырыуҙар астыҡ. Бөгөнгөләй хәтеремдә, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы герой-ҡалалар менән радиобәйләнеш ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Миңә был фекер ҡатмарлы һәм үтә ҡиммәт кеүек тойолдо. Әммә коллегам беҙҙе башланғысының дөрөҫ булыуына инандыра алды. Бөйөк Еңеү көнө алдынан 13 герой ҡала менән радиокүпер ойошторҙоҡ. Бөгөн һәм әлеге шарттарҙа Киев һәм Одесса ҡалаларының Өфө, Башҡортостан радиоһы менән эфирҙа – тура элемтәлә булыуына ышаныу ҙа ҡыйын. Ул саҡта бер кем дә, Украинала власҡа милләтселәр килер, тип уйлап та ҡарамағандыр.
Тәнзилә Абдулла ҡыҙы бер ваҡытта ла буш әңгәмәләр, урынһыҙ диалогтар ҡорманы. Һәр һүҙе, һәр фекере үлсәнгән, төплө, мәғәнәле, ваҡытлы һәм фәһемле. Мин һәр ваҡыт уның кешелек сифаттарын хәтергә алам. Ул аҡыллы һәм тормошсан кәңәштәр бирә торғайны. “Даирә”лә булған, “Даирә”не алып барған саҡтарҙы һағынам. Йәш коллегаларымды Тәнзилә Абдулла ҡыҙынан эш алымдарын үҙләштерергә, уның донъя көтөү маһирлығына өйрәнергә саҡырам.
Эльмира МОСТАФИНА-ҠӘЙҮМОВА, “Спутник ФМ” радиоһының бүлек етәксеһе:
– Мин дә “Даирә”лә булдым. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән танышыуыма 25 йыл. Ул етәкләгән “Даирә” берекмәһендә эшләү бәхете лә тейҙе. Тәнзилә Үлмәҫбаева – беҙҙең остазыбыҙ. Тема һәм геройҙарҙы һайлағанда тулы ирек бирә торғайны. Бөтә башланғысыбыҙҙы хупланы. Бер ҡасан да ярҙан этмәне, ярҙам ғына итте. Ул биргән кәңәштәрҙең бөгөн дә кәрәге тейә. “Беҙҙең өсөн иң мөһим кеше – тыңлаусы. Уның күҙлегенән сығып ҡарағыҙ. Был интервью, был тема ҡыҙыҡлы булырмы уға?” – тиер ине етәксебеҙ. Бөгөн Тәнзилә Абдулла ҡыҙы генераль директор урынбаҫары. Уның кешеләр менән аралашыу оҫталығына һоҡланабыҙ. Ул беҙҙең радиостанциялар беренсе урындарҙа булһын өсөн күп көс түгә. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы эргәһендәге һәр хеҙмәткәргә – алып барыусы, мөхәррир, хәбәрсе һәм тауыш режиссерҙарына илһам, дәрт-дарман бирә. Был иһә оло талант!
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА, Башҡортостан Республикаһы Башлығы матбуғат хеҙмәте идаралығының бүлек мөдире урынбаҫары:
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән танышыуым һәр саҡ хәтерҙә. Сөнки ошо ваҡиға минең өсөн тормош һабағы ла, һөнәрем буйынса хеҙмәт юлымдың башланғысы ла булды. Беренсе курста бөтә ҡыйыулығымды йыйып, радиоға киттем. Тәү ҡарашҡа ауыл балаһы өсөн ҡыйыу аҙым кеүек тойолһа ла, бер танышһыҙ, урамдан килеп ингән, белеме һәм тәжрибәһе булмаған мәүеш кенә студентты шунда уҡ бороп сығармаҫтармы икән, тигән икеләнеү хәтәр көслө ине. Мине “Даирә” ижад берекмәһе етәксеһе Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева ихлас ҡаршы алды.
– Әйҙә, улай булғас, нисек тура эфирҙа тапшырыуҙар алып барғанды күрһәтәйем, – тип радионың “иң изге урыны” – ике ҡатлы ауыр ишектәр артындағы тура эфир студияһына алып барҙы. Бер-нисә минуттан тапшырыу башланды. Авторы һәм алып барыусыһы – Тәнзилә Үлмәҫбаева үҙе ине. Мин тын да алырға ҡурҡып, шым ғына ҡарап ултырҙым. Бына–бына эфир башланырға торған икән. Берәү булһа, эске телефондан шылтыратып, йомошто әйткәс тә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, йә көтөп тор, йә икенсе юлы килерһең, тиер ине. Ә ул мине үҙе ҡаршыланы! Тап Тәнзилә Абдулла ҡыҙының кеселекле һәм кешелекле мөнәсәбәте, һәр йәш белгесте, хатта студентты тиң күреп ҡабул итеүе күптәргә үҙ-үҙенә ышанырға, һайлаған һөнәрендә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итте.
Яратҡан радиобыҙҙа күсәгилешлек һаҡлана, коллектив берҙәмлеге менән көслө һәм өлгөлө. Ул – ысын мәғәнәһендә кадрҙар мәктәбе. Был һис шикһеҙ, эшлекле мөхит булдырған ойошторған, ижади һәм йылы мөхитте һаҡлай белгән абруйлы етәксе – Тәнзилә Абдулла ҡыҙының хеҙмәт емеше.
Талапсанлыҡ емеше
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор:
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы – һәләтле радиожурналист, ойоштороусы, район гәзите хәбәрсеһенән яуаплы етәксе вазифаһына тиклем үҙ көсө, үҙ әүҙемлеге, эшһөйәрлеге менән юл үткән кеше. Бер факультетта уҡыныҡ. Мөләйем йөҙлө, һәр ваҡыт тотанаҡлы ғына йылмайған, әммә етди ҡарашлы студент булып хәтерҙә ҡалған. Әлбиттә, Мәскәүҙә уҡыу, билдәле, тәжрибәле уҡытыусы һәм журналистарҙың биргән белеме, төрлө дәүләттән килгән студенттар менән аралашыу, баш ҡала тормошо, буласаҡ йәш журналисты байытҡан, сыныҡтырған, рухи яҡтан камиллаштырған, ижади фекерләү даирәһен киңәйткән. Тәнзилә Өфөгә Мәскәү дипломы менән генә түгел, өр-яңы заманса фекерҙәр, буласаҡ төплө һәм ҡыҙыҡлы проекттар тураһында уйланыуҙар менән ҡайтты. Тәнзилә Абдулла ҡыҙының бөгөнгө уңыштары, коллективтағы абруйы – кешелеклелек, кеселеклелек, тырышлыҡ, яуаплылыҡ һәм үҙ-үҙеңә булған талапсанлыҡ һөҙөмтәһе.
Риф АРЫҪЛАН. “Юлдаш” радиоһының музыка мөхәррире:
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙын фекерҙәр генераторы, тиер инем. Уның башланғысы менән радиола әллә күпме проект тормошҡа ашырылды. Бында эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар ғына түгел, акция, осрашыу, конкурс һәм ярыштар ҙа инә. Халыҡ таланттарын табыуға йүнәлтелгән “Юлдаш йыры” конкурсы ғына ла ни тора? Беҙ үҙенсәлекле тауышлы кешеләрҙе табып, уларҙы ҙур сәхнәгә сығарабыҙ, халыҡҡа танытабыҙ. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы бар эштә лә тәртип талап итә, үҙе беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. Талапсан, әммә дәртләндерә лә, ҡанатландыра ла белә.
Рөстәм ҒИЛМАНОВ, тыңлаусы:
Эльвира ЗИННӘТОВА, тыңлаусы:
Тәнзилә Үлмәҫбаева – талапсан етәксе, аҡыллы остаз, гүзәл әсәй, хәстәрлекле өләсәй. Тормош баҫҡыстарында ирешкән бөтә уңыштары һәм еңеүе – тырышлыҡ емеше. Уның фекерҙәре әле лә ташып тора. Ул коллегаларын яңы эштәргә, яңы бейеклектәргә әйҙәр, тыңлаусыларҙы яңы проекттар менән шатландырыр әле. Үҙ һүҙен әйткән ҡыйыу журналистар үҫтереүенә, яңы исемдәр асыуында ла шикләнмәйбеҙ.
Тәнзилә Абдулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ! Яңы артылыштар теләйбеҙ!
Зөһрә АРСАЕВА.