

Сәнәғәт үҫеше Федераль фондынан бирелгән льготалы заем буйынса асыласаҡ яңы етештереү йүнәлешенең ҡеүәте йылына 2500 тонна буласаҡ. 60 кешегә яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Композит катализаторҙар нефть, нефтехимия, газохимия тармағында эшкәртеү процесында кәрәк. Тәүге продукция тиҙҙән сығасаҡ.
Әйткәндәй, «Салауат катализатор заводы» йәмғиәте - Рәсәйҙә мөһим предприятие.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.