

4,5 йыл элек кенә ойошторолғайны бит "Олотау йыйыны". Ә бөгөн ул республика намыҫын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ. Ни бары туғыҙ тиҫтә кеше йәшәгән кескәй ауыл өсөн был оло еңеү! "Олотау йыйыны"н уҙғарырға бөтә ауыл ҡалҡып сыға, төрлө тарафтарға таралған Ҡотой ҡыҙҙары-улдары ла был күркәм саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, үҙ өлөшөн индерә. Бына ҡайҙа ул, берҙәмлектә - көс, тигәндәре!
Әйткәндәй, "Рәсәй - футбол иле" конкурсына 74 төбәктән 943 ғариза килгән. Шуларҙың 462 проекты һайлау этабын үткән. Улар араһында ҡотойҙарҙың "Олотау йыйыны" булыуы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Сөнки өҫтән төшөрөлгән күрһәтмәләр буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙ аҡсаларына ойошторолған бәйге йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы йыя, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Был иҫ киткес күренеш!
Ҡотой егеттәре, һеҙгә һоҡланабыҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Алға, "Олотау йыйыны", яңы еңеүҙәргә!
Фото: "Олотау йыйыны" төркөмөнән.