Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 13:00

Наркотик индерергә маташҡан

 Тәфтиш изоляторына - наркотик менән.

Наркотик индерергә маташҡанНаркотик индерергә маташҡан
Наркотик индерергә маташҡан

Өфөлә  тәфтиш изоляторында ултырған тотҡондарҙың береһенә тыйылған матдәләрҙе тапшырырға маташҡан 38 йәшлек ҡатынды тотҡандар. Был хаҡта БР буйынса  Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Оператив мәғлүмәтте тикшергәндән һуң ҡатынды тоталар һәм полицияға алып китәләр. Тентеү ваҡытында унда онтаҡҡа оҡшаш матдә һалынған ике полимер пакет һәм быяла колба, шулай уҡ өс смартфон, бланктар һәм банк картаһы табылған. Бынан тыш, ғәйепләнеүсенең фатирында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре  күп полимер пакеттар, порошоклы өс пакет, планшет, ҡатырға ҡумта һәм синтетик наркотиктар етештереү өсөн прекурсорҙар тапҡан. Ғәйепләнеүсенең һүҙҙәренсә, ул «уларҙы үҙаллы эшләй белмәй һәм илерткес матдәләрҙе  эшләй алған кешене эҙләгән. Хәҙер ҡатынға РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы янай.

 

Фото: МВД по РБ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас