Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 14:30

Шок! Мәктәп бинаһы сарлағынан иҫерек ирҙе саҡ сығарғандар!

Ул төндә Салауаттағы 7-се мәктәпкә үтеп ингән. Шул уҡ ваҡытта уны оҙаҡ ваҡыт бер кем дә күрмәгән.

Шок! Мәктәп бинаһы сарлағынан иҫерек ирҙе саҡ сығарғандар!Шок! Мәктәп бинаһы сарлағынан иҫерек ирҙе саҡ сығарғандар!
Шок! Мәктәп бинаһы сарлағынан иҫерек ирҙе саҡ сығарғандар!

Һаҡсылар, ғәҙәттәгесә, иртән эшкә тотона, балалар дәрескә иртәнге сәғәт 8-ҙә килә башлай.

 

«Ир мәктәпкә иҫерек килеш килеп инә.Яҡынса фараздар буйынса, ул сарлаҡта ҡасып ултырған. Мәктәпкә сит ирҙең ингәнен иртәнге сәғәт 7-лә асыҡлайҙар. Ә балаларҙы көндөҙгө  11 сәғәттә генә  эвакуациялайҙар. Өс сәғәт буйына уҡыусылар билдәһеҙ кеше менән бер бинала була», – тип зарлана уҡыусыларҙың ата-әсәһе.

 

Ата-әсәләр ни өсөн сигнализацияның эшләмәүен һорай. Шулай уҡ улар, хәүефһеҙлек системаһын ҡайтанан ҡарарға кәрәк, тиҙәр.

 

«Мин класс етәксеһенән хәлдең нисек икәнен һораным? Ул, «барыһы ла һәйбәт», тип яуап бирҙе. Ә әгәр ул ҡоралланған йәки планлаштырылған теракт булһа? Ата-әсәләр балаларын нимә өсөн эвакуацияланғанын белергә тейеш”.

Был хәл буйынса мәктәп етәкселеге һәм ҡала хакимиәте комментарий бирмәй. Унда, рәсми аңлатма һуңғараҡ биреләсәк, тип яуаплайҙар.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас