Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 03:50

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -3... 2 градус.

15 мартта әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –  3-8 градус һалҡын, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -1... 4 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас