

«Иранға визит бик һөҙөмтәле булды. Был ил менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтерә алырлыҡ йүнәлештәр бик күп. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә атап үтәм.
Нефть сәнәғәте. Беҙҙең өсөн дә, Иран өсөн дә ул иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе. Башҡортостанда нефть машиналары эшләү үҫешкән, нефть-газ ҡорамалдары етештереүҙә 20-нән ашыу предприятие махсуслашҡан. Улар Иран компаниялары менән тығыҙ эшләргә планлаштыра.
Авиация, автомобиль һәм махсус техника производствоһы. Беҙҙең сәнәғәт флагмандары – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «Автонормаль», «Автокомплект», «НефАЗ» һәм башҡалар тығыҙ партнерлыҡ төҙөргә әҙер.
Ағас эшкәртеү менән Башҡортостандың 800-гә яҡын предприятиеһы шөғөлләнә. Иранды ағас эшкәртеү сәнәғәте продукцияһының киң ассортименты менән тәьмин итә алабыҙ.
Агросәнәғәт тармағы. Республика ауыл хужалығы продукцияһының күп кенә төрҙәрен, биопрепараттарҙы, биоактив һәм минераль ашламаларҙы экспортҡа сығарырға, аграр сеймалды эшкәртеү буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.
Инновацион тармаҡтар, пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереү. Беҙ пилотһыҙ авиация системаларын сериялы сығарыуҙы яйға һалырға ниәтләйбеҙ, ә Ирандың күп кенә «пилотһыҙ аппараттар» төрҙәрен әҙерләүҙә һәм етештереүҙә ҙур ҡаҙаныштары бар. Иран пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыуҙы ойошторорға һәм артабан производствоны беҙҙә локалләштерергә тәҡдим иттеләр.
Туризм. Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү потенциалы бында ғәйәт ҙур. Иран туристик компаниялары өсөн Башҡортостанға визаһыҙ туристик сәфәрҙәр һәм танышыу турҙары тураһында Рәсәй һәм Иран араһындағы Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыуҙан башлайбыҙ.
Мәғариф һәм фән. Башҡортостан вуздары һәм ғилми ойошмаларының был өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү буйынса эшләнмәләре бар. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген булдырыу һәм вуз-ара студенттар кампусын асыу партнерлыҡты киңәйтеү өсөн этәргес булыр, тип ышанам», – тигән Андрей Назаров.