

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, 2019 йылдан төбәк инвестициялар буйынса ыңғай динамиканы һаҡлап килә.
«Һуңғы дүрт йылда инвестициялар 40,2 процентҡа артты - был Волга буйы федераль округында иң юғары үҫеш, - тине Радий Хәбиров. - Ябай булмаған осорға һәм глобаль санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ алға барабыҙ. Туҡтап ҡалмайбыҙ, барыһы ла яйға һалынған һәм үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай».
Фото: Т. Аманов