Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 11:10

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса фекер алыштылар

Республиканың Компетенциялар үҙәге белгестәре федераль эксперттар менән осрашты. Улар сауҙа компаниялары вәкилдәрен саҡырып, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты буйынса үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса фекер алыштыларХеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса фекер алыштылар
Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса фекер алыштылар

Республика Компетенциялар үҙәге - РЦК - предприятиеларға милли проектта ҡатнашыу, һаҡсыл етештереү, идараны көйләү, логистика, һатыу мәсьәләләре буйынса ярҙам итә. Һәр предприятиела өлгөлө етештереү процесы булдырыла. Унда үҙгәрештәрҙе теркәп баралар, үҙаллы эшләүгә әҙерләнәләр.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында һәр компания ҡатнаша ала. 2024 йылға етештереүсәнлек кимәле йылына биш процентҡа үҫергә тейеш.

Әле проектта беҙҙең 150 предприятие ҡатнаша.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас