

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә арналған акцияла 27 миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу күҙаллана.
Акция шулай уҡ экология мәсьәләләрен хәл итеүгә лә йүнәлтелгән. Унда ҡатнашырға теләүселәр интерактив картала кәрәкле локацияны табып, бара ала. Үҫенте һәм эш ҡоралы бирәсәктәр.
“Хәтер баҡсаһы” быйыл Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторола.
Фото: Министерство культуры Республики Башкортостан (bashkortostan.ru)