Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 11:30

Эльбрус Ниғмәтуллин спортты сәйәсәткә алмаштырамы?

«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә бер нисә тапҡыр лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн тейешле документтарын тапшырған. 

Эльбрус Ниғмәтуллин спортты сәйәсәткә алмаштырамы?Эльбрус Ниғмәтуллин спортты сәйәсәткә алмаштырамы?
Эльбрус Ниғмәтуллин спортты сәйәсәткә алмаштырамы?

«Мин спорт карьерамды тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға теләйем. Башҡортостан  –  миңә көс-дәрт биргән төбәк. Республикаға файҙа килтерә алырмын тип өмөтләнәм. Бында мине һәр ваҡыт хуплаған рәхмәтле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Башҡортостанда тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн өлөшөмдө индерергә тейешмен, тип иҫәпләйем», – тип билдәләгән Эльбрус Ниғмәтуллин.

Фото: пресс-служба регионального отделения «Единой России».

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас