Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 06:21

Донъя халыҡтарының аш-һыуы менән танышырға килегеҙ

Тиҙҙән Башҡортостанда "Вruderfest" халыҡ-ара гастрономик фестиваль үтәсәк.

Донъя халыҡтарының аш-һыуы менән танышырға килегеҙДонъя халыҡтарының аш-һыуы менән танышырға килегеҙ
Донъя халыҡтарының аш-һыуы менән танышырға килегеҙ

Ҙур сара 24 - 26 мартта Нуриман районының Павловка ауылы янындағы «Бухта Кила» базаһында уҙасаҡ.

Әйткәндәй, быйыл фестиваль 15 йыллығын билдәләй икән. Йыл һайын унда 100-ләгән ресторатор, отельер, туҡланыу тармағы өсөн ҡорамалдар етештереүселәр килә.

«Вruderfest» программаһында - донъя халыҡтары кухняһы, футбол турниры, квиз, фекер алышыуҙар һ.б. ҡыҙыҡлы саралар. "Золотой буфет" тигән ресторан премияһы быйыл Леонид Гайдайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан (bashkortostan.ru)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас