Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 09:40

Балыҡлы аш

Итле һурпа ялҡытып китһә...

Балыҡлы ашБалыҡлы аш
Балыҡлы аш

 

 Ҡыҙыл балыҡ, картуф, һуған, кишер, 250 мл 10 процентлы һөт өҫтө (сливки), селдерей йәки петрушка, төйөлгән ҡара борос, лавр япрағы кәрәк.

Балыҡты таҙартып, һыуға һалып, бешерергә ҡуйырға. Һуған, лавр япрағы һалырға. Балыҡ бешеп сыҡҡас, ҡылсығын таҙартырға. Һурпаға картуф, кишер, селдерей япраҡтарын һалырға. Улар бешкәс, борос, һөт өҫтө, балыҡ киҫәктәрен һалып болғатып, 5 минут  утта тоторға.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас