Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 18:00

Ҡаймаҡлы бәлеш

Сәйгә тәмлекәс.  

Ҡаймаҡлы бәлешҠаймаҡлы бәлеш
Ҡаймаҡлы бәлеш

 

Бүлмә температураһында йомшартылған 1 ҡап аҡ майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.

Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы , 2 ҡап эремсекле сырок , туңдырылған еләк-емеш (иретелгән булырға тейеш)  һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.

 

 

Фото: vesti-kareliya.mirtesen.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас