Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 03:50

«Аэрофлот» Өфөнән Антальяға көндәлек рейстар аса

«Аэрофлот» авиакомпанияһы тәүге тапҡыр Антальяға даими осоштар программаһын аса. Был хаҡта баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Аэрофлот» Өфөнән Антальяға көндәлек рейстар аса«Аэрофлот» Өфөнән Антальяға көндәлек рейстар аса
«Аэрофлот» Өфөнән Антальяға көндәлек рейстар аса

Өфө аэропортынан Минераль Һыуҙарға һәм Ереванға ла рейстар арта. Минераль Һыуҙарға аҙнаһына 12 рейс планлаштырылған. 26 мартта «Өфө» аэропорты йәйге расписаниеға күсә. Яҙғы-йәйге осорҙа маршруттар селтәре 52 йүнәлеш буйынса булдырылған. Осоштарҙы 28 Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары тәьмин итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас