Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 08:30

Юл фажиғәләре - 12 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ике автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше йәрәхәт алған. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 35 иҫерек водителде тотҡан (дүрт кеше икенсегә тотолған).

Юл фажиғәләре - 12 мартЮл фажиғәләре - 12 март
Юл фажиғәләре - 12 март

Көндөҙ Бөрө районында, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 111-се саҡрымында, "Лада Приора" менән "Sitrak" машиналары бәрелешкән. Фаразланыуынса, 29 йәшлек ир еңел автомобилдә оло юлға сыҡҡанда йөк машинаһына юл бирмәгән. Аварияла еңел автомобиль пассажирҙары, 60 һәм 62 йәшлек ҡатындар, йәрәхәтләнгән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 12 март
Юл фажиғәләре - 12 март
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас