Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 10:15

Янғын һүндереү өсөн техника алынды

2023 йылда БР Урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында 12 урман янғынын һүндереү техникаһы һатып аласаҡ.

Янғын һүндереү өсөн техника алындыЯнғын һүндереү өсөн техника алынды
Янғын һүндереү өсөн техника алынды

 Бөгөнгө көнгә урман янғындарын һүндереү техникаһының тәүге партияһы - республиканың урман янғындарын һүндереү үҙәге станцияларының бәләкәй урман патруль комплекстары өсөн биш УАЗ-пассажир фургоны һатып алынған. Контракттың суммаһы 6,7 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, ведомство быйыл тағы ла 7 берәмек техника – янғын һүндереү цистернаһы, тулы приводлы йөк машиналары, мотоходтар (квадроциклдар) ҡайтарыуға 45 миллион һумлыҡ аукциондар үткәргән һәм килешеүҙәр төҙөгән. Быйыл республикаға урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға бөтәһе 52,7 миллион һум аҡса бүленде (2022 йылда ошо маҡсатҡа бүленгән федераль аҡсаның күләме 22,7 миллион һум тәшкил итте).

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас