Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 05:40

Йөклө ҡатынды талаған

Өфөлә автобуста бер ир йөклө ҡатындың курткаһы кеҫәһенән 15 мең һумлыҡ кеҫә телефонын урлаған. Ҡатын быны күргән һәм бурға ҡаршы торорға маташҡан, ләкин ул барыбер ҡасҡан. Һөҙөмтәлә ирҙе полиция ҡулға ала. Яңыраҡ енәйәтсегә “Талау”  статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарыла.

Йөклө ҡатынды талағанЙөклө ҡатынды талаған
Йөклө ҡатынды талаған

Был хәл былтыр  1 сентябрҙә булған. Ғәйепләнеүсе 122-се маршрут салонында алты айлыҡ ауыры булған ҡатын янына килеп, уның курткаһы кеҫәһенән телефонын урлаған. Ҡатын быны күреп ҡалған һәм ирҙең ҡулына йәбешкән. Шул рәүешле улар бергәләп урамға сыҡҡан, енәйәтсе ҡатындың ҡулын ҡайырып, унан ҡотола алған.

 

Ирҙе тоторға маташып, автобус водителе артынан йүгереп сыҡҡан, ләкин ҡыуып етә алмаған,  тиелә зыян күреүсенең күрһәтмәһендә.  Әлеге ваҡытта хөкөм ителеүсе ҡатын алдында ғәфү үтенгән, килтерелгән зыянды ҡаплаған, уның күрһәтмәһе буйынса мәсет иҫәбенә аҡса күсергән. Яҡтарҙың ярашыуы һылтауы менән талаусы енәйәт эшен туҡтатыуҙы һораған. Дим районы суды енәйәт эшен туҡтатмаған. Ул ирҙе ике йылға шартлы срокка хөкөм итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас