Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 12:00

Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!

Башҡортостанда көн боҙола: урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, төндә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал, боҙлауыҡ. Бындай һауа шарттарында, ҡағиҙә булараҡ, юлдарҙа хәл ҡатмарлаша: күреү мөмкинлеге кәмей, юл-транспорт ваҡиғалары килеп тыуыу хәүефе арта. Хөрмәтле водителдәр! Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле. Ә юлда тиҙлек режимын үтәгеҙ, киҫкен маневрҙар яһамағыҙ, руль артында уяу булығыҙ.

Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!
Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!

Хөрмәтле граждандар! Сымдарға епшек ҡар йәбешеүе энергия менән тәьмин итеү һәм элемтә системаларын аварияға килтереүе ихтимал. Йәйәүлеләргә көслө ел ваҡытында электр линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон - 112.

Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-927-955-11-00.

Фото: МЧС РБ.

Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!
Төнгә ҡарай юлға сыҡмауығыҙ хәйерле!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас