Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 13:11

Төбәк халҡы һауа сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен белә ала

Күсмә лабораторияларҙың эше һәр кемгә асыҡ - шылтыратып, үлсәүҙәрҙең һөҙөмтәһен белергә мөмкин, тип аңлата Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һауа сифатына арналған брифингта.

Төбәк халҡы һауа сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен белә алаТөбәк халҡы һауа сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен белә ала
Төбәк халҡы һауа сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен белә ала

Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив диспетчер хеҙмәте телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (347) 218-04-30.

Күсмә лаборатория һауала зарарлы матдәләр концентрацияһының артыуын теркәгән осраҡта:

  Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт предприятиеға пландан тыш тикшереү үткәреү тураһында прокуратура органдарына хәбәр итә.

  Прокуратура органы менән һөйләшеп килешкәндән һуң тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын үтәү-үтәмәү йәһәтенән предприятиеға тикшереү үткәрелә.

  Закон боҙоуҙар асыҡланған осраҡта - уларҙы бөтөрөү өсөн күрһәтмәләр бирелә һәм уларҙы үтәү ваҡыты билдәләнә.

  Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт предприятиеның күрһәтмәләрҙе үтәүен контролдә тота.

Ошоларҙың барыһына ла Башҡортостандағы һауа сифаты тураһындағы брифингта атап үтелгән федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов асыҡлыҡ индерҙе.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас