Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 04:24

Саңғы миҙгеле тамам

Быйыл Өфөнөң ҙур марафонында 700 саңғысы ҡатнашты. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән көслө спортсылар ҙа килде.

Саңғы миҙгеле тамамСаңғы миҙгеле тамам
Саңғы миҙгеле тамам

«Биатлон» спорт комплексында 38-се тапҡыр Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Дистанция йәнең теләгәнсә ине - 50, 30, 10, 5 км. Йәш саңғысылар ҙа онотолманы. Улар 50, 100, 400 м һәм бер км арауыҡты уҙҙы.

Йылдан-йыл был сара күберәк кешене ҡыҙыҡтыра, илебеҙҙең дә төрлө төбәгенән киләләр. Сөнки Өфө марафоны "RussiaLoppet" марафондар серияһына ярашлы уҙа.

Еңеүселәр ҙә бар: 50 км арала беренсе урында - Ижевскиҙан Дмитрий Баграшов, икенселә – Переславлдән Андрей Бабичев, өсөнсө урында яҡташыбыҙ Андрей Филиппов.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ярославлдән Оксана Яковлева - беренсе һәм Өфөнән Наталия Бабчина - икенсе.

30 км арауыҡта Силәбенән Александр Рудаков беренсе килһә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Магниттан Елена Мицанға етеүсе булманы.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Саңғы миҙгеле тамам
Саңғы миҙгеле тамам
Саңғы миҙгеле тамам
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас