Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 10:09

Рәсәйҙә ярлылар һаны кәмегән

Беҙҙең санкцияларыбыҙ гел киреһен эшләй, тип аптырай, ти Көнбайыш түрәләре. Ысынлап та, ниңә ярлылар кәмегән?

Рәсәйҙә ярлылар һаны кәмегәнРәсәйҙә ярлылар һаны кәмегән
Рәсәйҙә ярлылар һаны кәмегән

Рәсәйҙең статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 2022 йылда 15,3 миллион граждан ярлы тип иҫәпләнгән. Был - ил халҡының 10,5 проценты. 2021 йылдағы күрһәткестәрҙән 0,7 миллион кешегә әҙерәк.

Әйткәндәй, ярлылыҡты шулай иҫәпләйҙәр: кешегә айына уртаса 13 545 һум килем тура килһә, ул ярлы һанала. Үткән йыл, баҡһаң, ундайҙарҙың кәмеүе социаль түләүҙәр артыуына бәйле булған.

Былай барһа, Алла бирһә, Рәсәйҙә ярлылар ҡалмаҫ та әле.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас