Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 15:15

Әр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәт

Бөгөн кис Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына "Әр-Рәхим" мәсете манараһының көмбәҙен ел алып бәреүе тураһында хәбәр килә.

Әр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәтӘр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәт
Әр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәт

Урында Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының оператив төркөмө эшләй. Бинаның бөтөнлөгө зыян күрмәгән, кешеләр араһында ла зыян күреүселәр юҡ. 70 квадрат метр майҙанда төҙөлөш баҫмалары емерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

Әр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәт
Әр-Рәхим мәсете буйынса мәғлүмәт
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас