

Тәҙрәләре көньяҡҡа ҡараған бүлмә өсөн күк төҫ һайларға мөмкин. Ә ҡараңғы бүлмәне, киреһенсә, йылы, яҡты төҫтәр балҡытып ебәрәсәк. Бүлмә ни тиклем тар, стенаһы тәпәш булһа, обойҙың төҫө лә шул тиклем яҡты булһын.
Обойҙы мебелгә йәки мебелде обойға тура килтерергә кәрәк.
Вертикаль һыҙыҡтары булған обойҙар түшәмде бейек, ә горизонталь һыҙыҡтар тәпәш күрһәтә.
Эре сәскәләр төшөрөлгән обойҙарҙы ҙур бүлмәләргә йәбештерергә кәрәк. Бәләкәй бүлмәгә ваҡ биҙәклеһен йәки бөтөнләй биҙәге булмағанын алығыҙ.
Балалар бүлмәһенә обойҙы уларҙың йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап һайлағыҙ.
Сифатлы винил обойҙар зарарлы матдәләр бүлеп сығармай. Әммә һауа үткәрмәү сәбәпле, обой аҫтында бәшмәк барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә артыҡ дымлы бүлмәгә уны йәбештермәгеҙ.
Йоҡо бүлмәһенә флизелин обой йәбештерегә кәңәш ителә. Улар һауаны яҡшы үткәрә, йыуып та була.
Стеналар тигеҙ булмаһа, был етешһеҙлекте ваҡ биҙәкле йәки декоратив эффектлы булған обойҙар йәшерә.
Фото: