

Хәүефле факторҙар тәьҫир итеү зонаһынан 12 кеше эвакуацияланған. Янғын һүндереүселәр янған фатир эсенән ир менән ҡатынды алып сыҡҡан да бит, тик 1983 йылғы ирҙең үлеме раҫланған... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Янғын һүндерелгән.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында тикшереү-оператив төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Ут менән һаҡ булығыҙ, электр приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.
Янғын сыҡҡанда 101, 112 номерҙарына шылтыратығыҙ.
Фото: МЧС РБ.