

Кушнаренко районы судына яңы асылған сәбәптәр буйынса суд ҡарарын ҡайтанан ҡарау тураһында ғариза менән бер ир мөрәжәғәт иткән. Ул элекке ҡатынының 4 йәшлек сабыйының атаһы булмауын күрһәтеп, баланы ҡарау өсөн алимент түләтеүҙе туҡтатыуҙарын һорай. Тағы ла тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта баланың атаһы тураһында яҙманы ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Был эш буйынса суд-генетика экспертизаһы үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре буйынса йәш кешенең ысынлап та баланың биологик атаһы булмауы асыҡлана. Әммә әлегә ҡарар законлы көсөнә инмәгән.