

Закон проектында яҙылыуынса, Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡыра башлау йәшен 18-ҙән 21-гә күсерергә ниәтләйҙәр. Әле 27 йәшкә тиклем алалар, бынан ары 30 йәшкәсә саҡырасаҡтар. Яңы ҡағиҙәләргә күсеү этабы 2024 йылдан 2026 йылға тиклем дауам итәсәк. Йәғни киләһе йылда, 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклемге осорҙа, әрмегә 19 - 30 йәшлектәр саҡырыласаҡ, 2025 йылдағы призывта - 20 - 30 йәшлектәр, 2026 йылда иһә 21 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге ир-аттар алынасаҡ.