

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм, янғын һүндереү лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Уҙған тәүлектә 12 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың унауһы шәхси торлаҡ секторында булған, ике кеше ҡотҡарылған. Шул иҫәптән, Өфөлә - ағас йорт, мунса түбәһе, һарай, йорт мөлкәте, Белоретта - һарай, Мәләүез районында - мунса, Иглин районында - цех, Салауатта - йорт мөлкәте, Ҡырмыҫҡалы районында - тимер реле шкафы, Дәүләкәндә мунса түбәһе янған.
Фото: МЧС РБ.