Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 06:40

Өфөлә Рәсәй гвардияһы офицеры янғындан инвалид ирҙе сығарған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы офицеры йөрөй алмаған ирҙе янғындан ҡотҡарған.

Өфөлә Рәсәй гвардияһы офицеры янғындан инвалид ирҙе сығарғанӨфөлә Рәсәй гвардияһы офицеры янғындан инвалид ирҙе сығарған
Өфөлә Рәсәй гвардияһы офицеры янғындан инвалид ирҙе сығарған

Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәре, полиция майоры Олег Г. ял көнөндә үҙенең ихатаһында йөрөгән. Ул ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетә, ә һуңынан ҡуйы ҡара төтөн сығыуын күреп ҡала.

Ир ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата, ә үҙе янғын сыҡҡан участка яғына йүнәлә.

Ярҙамға саҡырыусы ҡатынға йүгереп килгәс, ул ут ялмап алған йортта уның йөрөй алмаған 41 йәшлек улы булыуын әйтә.

Был ваҡытта үтеп барыусы тағы бер кеше ярҙамға килә. Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәре менән бергәләшеп, улар тәҙрә аша төтөнлө фатирға үтеп инә. Ярҙам һораусының тауышын ишетеп, офицер ярҙамға мохтаж ирҙе таба.

Улар икәүләп зыян күреүсене тышҡа сығара һәм  ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Янғынды ҡотҡарыусылар һүндергән. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас