Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 13:45

Өфөлә көндәрҙең йылыныуы арҡаһында һыу баҫыу осраҡтары теркәлә

Был хаҡта Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Өфөлә көндәрҙең йылыныуы арҡаһында һыу баҫыу осраҡтары теркәләӨфөлә көндәрҙең йылыныуы арҡаһында һыу баҫыу осраҡтары теркәлә
Өфөлә көндәрҙең йылыныуы арҡаһында һыу баҫыу осраҡтары теркәлә

Нижегородкала Нехаев, Благовар һәм Выгон урамдарындағы юл участкаларын һыу баҫҡан. Уҙған шәмбелә һыу һурҙырыла. Параллель рәүештә ҡар таҙартыу эштәре лә алып барыла. Бөтәһе 1000 кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған.

 

Ике юлды: Шөгөр йылғаһы буйындағы тимер юл күпере аҫтында һәм Яңы Максимовка биҫтәһендәге Спивак урамында урынлашҡан юл участкаһын ҡар һыуҙары баҫҡан. Тәүге осраҡта һыу баҫҡан участканы яптылар. Унда 15 мартта хәрәкәтте тергеҙеү күҙаллана.

 

Яңы Максимовка биҫтәһендә һыу ағыҙыусы канал эшләнеләр, һыу кимәле юлдың һыу баҫҡан участкаһында кәмене.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас