

Билдәле булыуынса, мутлашыусылар клиентҡа шылтырата һәм үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре йәки Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп таныта. Уларҙың һүҙе буйынса, йәнәһе лә, клиентты хеҙмәтләндергән банктың хеҙмәткәре уның шәхси мәғлүмәттәрен урлап, хәҙер иҫәбенән Украина армияһы файҙаһына аҡса күсерә. Ә яуаплылыҡ, имеш тә, карта хужаһына төшә һәм клиент дәүләткә хыянатта ғәйепләнеүе ихтимал, бының өсөн уға, хатта 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай. Артабан һөйләшеүгә "банк хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре" килеп ҡушылып, клиентҡа баҫым яһап, иҫәптәге аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә, кредит алырға мәжбүр итә. Имеш тә, шулайтҡанда ғына шәхси мәғлүмәттәрҙе урлаған хеҙмәткәрҙе асыҡлап, тоторға була. Тотош театрлаштырылған тамаша ойошторған муттарҙың тоҙағына күп кешеләр ҡаба. Һеҙ улар иҫәбенә инә күрмәгеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.