Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 04:13

Диндең эскелеккә ҡарашы

Эскелек – тотош донъяға янаған афәт, кешелек һәм шәхес өсөн берҙәй аяныслы бәлә. Уның күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен һөйләп тораһы түгел: миҫалдар эргәбеҙҙә, эскелек проблемаһы төрлө кимәлдә Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай.

Диндең эскелеккә ҡарашыДиндең эскелеккә ҡарашы
Диндең эскелеккә ҡарашы

Эскелек – тотош донъяға янаған афәт, кешелек һәм шәхес өсөн берҙәй аяныслы бәлә. Уның күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен һөйләп тораһы түгел: миҫалдар эргәбеҙҙә, эскелек проблемаһы төрлө кимәлдә Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай: эскелеккә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн берҙәм һәм уртаҡ һүҙле булырға кәрәк. Был йәһәттән дәүләт, республика, йәмәғәтселек кимәлендә төрлө сара уҙғарыла, эскелеккә дусар булғандарҙы ҡотҡарыу өсөн медицина, иҫкәртеү һәм социаль саралар күрелә. Шул иҫәптән йыл һайын көҙ Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнөн билдәләйҙәр һәм тотош илдә алкоголдең зыянын хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелгән саралар, акциялар ойошторалар.
Ошо уңайҙан, "Айыҡ ауыл" республика конкурсы буйынса, Күгәрсен районының Бикбулат ауылында "Диндең эскелеккә ҡарашы" исемле район-ара сара уҙғарылды. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы дәррәү генә мәҙәниәт йортона йыйылды. Сарала Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт, Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Зәбир хәҙрәт, Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт, Бикбулат ауылы имамы Ғәзиз хәҙрәт ҡатнашты. Хәҙерге замандың актуаль темаларының береһе булған эскелеккә ҡаршы дин нисек көрәшә - Рәсүл хәҙрәт шул турала һөйләп уҙҙы, Ҡөрьән сүрәләренән хәмергә бәйле аяттарҙы миҫалға килтерҙе, ентекләп уларҙың мәғәнәһен төшөндөрҙө.
Зәбир хәҙрәт Башҡортостанда ғына түгел бөтә Рәсәйҙә, эскелекте 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу көсәйтеп ебәреүе тураһында әсенеп һөйләне, ул ваҡыттың шауҡымы бөгөн дә беленеүе, иман йорттарына йөрөргә саҡырҙы. Йәш быуынды дингә ылыҡтырыу кәрәклеген Айнур хәҙрәт һөйләне һәм балаларҙы уҡытыу өсөн ауыл мәсетенә дини китаптар бүләк итте. Сара мәсеткә барып, намаҙ уҡып, доғалар ҡылыу менән тамамланды.

Ошондай дин әһелдәре ҡатнашҡан саралар йышыраҡ уҙғарылһын ине.

Сығанаҡ: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)

Фото: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас