Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 10:02

Денге йоҡтормағыҙ

Был сиргә ҡаршы вакцина юҡ. Билдәләре киҙеү йә ОРВИ-ға оҡшаш.

Денге йоҡтормағыҙДенге йоҡтормағыҙ
Денге йоҡтормағыҙ

Денге биҙгәге таралыу хәүефе көсәйә икән. Уны башлыса серәкәйҙәр тарата. Тропик илдәргә ял итергә барһағыҙ, абай булығыҙ, тип иҫкәртә табиптар.

Сир билдәләре: юғары температура, баш ауыртыу, күҙ талыу, мускул хәлһеҙләнеү, арыу, уҡшыу, ҡоҫоу, лимфа төйөндәре ҙурайыу, тәнгә сабыртма сығыу.

“Роспотребнадзор” белгестәренең кәңәше: сит илгә сыҡһағыҙ, эпидемиологик хәл-торошто өйрәнегеҙ, серәкәйҙән һаҡланыу сараһын күрегеҙ, тән температураһы үҙгәрешенә иғтибарлы булығыҙ.

Рәсәйҙә денге биҙгәгенең ныҡ таралыуы мөмкин түгел, тиҙәр, әммә белеп булмай...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас